Mark 10:13-16
Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы
(Маҫ 19:13-15; Лк 18:15-17)
13Ҡағылып, Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, Ғайса янына балаларын алып килделәр, шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы. 15Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк. 16Ул балаларҙы ҡосаҡланы ла, ҡулдарын ҡуйып, фатихаһын бирҙе.
Copyright information for
BakIBT2023