Mark 10:17-31
Байлыҡ һәм ҡотҡарылыу
(Маҫ 19:16-30; Лк 18:18-30)
17Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып: – Игелекле Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны. 18– Ниңә һин Мине игелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә игелекле түгел. 19 aҺин Уның бойороҡтарын беләһең: «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, алдашма, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит». 20– Остаз, мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп киләм, – тине теге. 21Ғайса уға яратып ҡараны ла: – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине. 22Теге кеше, был һүҙҙәрҙән ҡайғыға төшөп, китеп барҙы: ул бик бай ине. 23Ғайса тирә-яғына ҡараш ташланы ла шәкерттәренә: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын! – тине. 24Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде. – Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. – 25Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүе аша үтеү еңелерәк. 26Улар, бик ныҡ аптырап, үҙ-ара: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һөйләштеләр. 27 bҒайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине. 28Шунда Петрус: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тине. 29– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тип яуапланы Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәр 30был тормошта йөҙ тапҡырға күберәк йорттар, ағай-эне, апай-һеңле, әсәйҙәр, балалар, баҫыуҙар алыр, тик быға өҫтәп эҙәрлекләүҙәр ҙә алыр. Ә киләсәк донъяла мәңгелек тормошҡа эйә булырҙар. 31Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе – һуңғы, һуңғылар беренсе булыр.
Copyright information for
BakIBT2023