‏ Mark 10:35-45

Яҡуп менән Яхъяның үтенесе

(Маҫ 20:20-28; Лк 22:24-27)

35Уның янына Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъя килде.

– Остаз, теләгебеҙҙе үтәһәң ине, – тине улар.

36– Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ?

37Улар былай тип яуап бирҙе:

– Һин шөһрәткә өлгәшкәс, беҙҙе Үҙең менән йәнәшә ултыртһаң ине: беребеҙҙе – уң яғыңа, икенсебеҙҙе – һул яғыңа.

38– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тине Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы йәки Мин сумдырылған кеүек сумдырыла алырһығыҙмы?

39– Алырбыҙ, – тип яуап бирҙе улар.

– Мин эсәсәк туҫтаҡтан эсерһегеҙ, Мин сумдырылған кеүек һеҙ ҙә сумдырылырһығыҙ.
40Ә инде уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт биреү Минең ихтыярымда түгел. Был урындар кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса уларға.

41Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең Яҡуп менән Яхъяға асыуҙары килде. 42Ә Ғайса уларҙы саҡырып былай тине:

– Беләһегеҙ бит: халыҡтарҙың етәкселәре тип һаналғандар улар өҫтөнән хакимлыҡ итә, башлыҡтар ҙа уларға баш була.
43Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын. 44Арағыҙҙа кем беренсе булырға теләй, шул һәммәгеҙгә ҡол булһын. 45Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде.

Copyright information for BakIBT2023