‏ Mark 10:46-52

Ғайсаның һуҡыр Бартимайҙы һауыҡтырыуы

(Маҫ 20:29-34; Лк 18:35-43)

46Улар Йерихо ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ менән Йерихонан сығып барғанда, юл ситендә Бартимай (йәки Тимай улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине. 47Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы:

– Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде!

48Күптәре уны әрләп, тыйырға тырышты, ләкин ул тағы ла көслөрәк итеп:

– Дауыт Улы, мине йәллә инде! – тип ҡабатланы.

49Ғайса туҡтап:

– Саҡырығыҙ уны! – тине.

– Ҡурҡма, тор, Ул һине саҡыра, – тип һуҡырға килеп әйттеләр.

50Бартимай, өҫ кейемен сисеп ташлап, һикереп торҙо ла Ғайса янына килде.

51– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса.

– Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.

52Ғайса уға:

– Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине.

Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәреп китте.

Copyright information for BakIBT2023