aЗәб 117:25-26.
Mark 11:1-10
Тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеү
(Маҫ 21:1-9; Лк 19:28-38; Ях 12:12-15)
1Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге һәм Бейт-Әниә ауылдарына етеп килгәндә, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе. 2Уларға: – Ҡаршылағы ауылға барығыҙ, – тине. – Унда инеү менән бәйҙә торған, бығаса һис кем менмәгән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 3Әгәр ҙә берәйһе: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һораһа, «Ул Хужаға кәрәк, Хужа уны тиҙ арала ҡайтарып бирер», – тип әйтегеҙ. 4Шәкерттәре, урамда ишек төбөнә бәйләп ҡуйылған йәш ишәкте табып, уны бауҙан ысҡындыра башланылар. 5Шунда торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре уларҙан: – Нимә эшләйһегеҙ? Ишәкте ниңә бауҙан ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны. 6Шәкерттәр Ғайса ҡушҡанса яуап ҡайтарғас, тегеләр уларҙы тотҡарламаны. 7Ишәкте Ғайса янына алып килеп, өҫ кейемдәрен уның өҫтөнә һалдылар. Ғайса ишәккә атланды. 8Кешеләрҙең күбеһе өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә яландағы ағастарҙың ботаҡтарын киҫеп һалды. 9 aАлдан барыусылар ҙа, Уның артынан килеүселәр ҙә: – Һосанна! ▼▼ Һосанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «Зинһар, ҡотҡар» тигәнде аңлата, Алланы данлау өсөн ҡулланыла.
Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!
10Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын!
Бейек күктәрҙә һосанна! –
тип ҡысҡырҙылар.
Copyright information for
BakIBT2023