‏ Mark 11:15-19

Алла йортон таҙартыу

(Маҫ 21:12-16; Лк 19:45-47; Ях 2:13-16)

15Улар Йәрүсәлимгә килеп етте. Алла йортона инеү менән, Ғайса ундағы һатыусылар менән һатып алыусыларҙы ҡыуып сығарырға кереште, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 16Алла йорто аша бер нәмә лә алып үтергә рөхсәт итмәне. 17 a bҒайса уларҙы аң-белемгә өйрәтеп:

– Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.

18Быны ишеткәс, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.

19Кис еткәс, Ғайса шәкерттәре менән ҡаланан сығып китте.

Copyright information for BakIBT2023