‏ Mark 11:20-24

Ҡороған инжир ағасынан алынған үрнәк

(Маҫ 21:20-22; 6:14)

20Икенсе көндө иртән инжир ағасы янынан үтеп барғанда, уның тамырына тиклем ҡороғанын күрҙеләр. 21Петрус иһә, кисәге хәлде хәтерләп, Ғайсаға:

– Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине.

22Ғайса уларға былай яуап бирҙе:

– Аллаға ышанысығыҙ булһын!
23Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ. 24Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алдым, тип ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер.
Copyright information for BakIBT2023