‏ Mark 11:27-33

Ғайсаның вәкәләте тураһында һорау

(Маҫ 21:23-27; Лк 20:1-8)

27Улар тағы Йәрүсәлимгә килделәр. Алла йортонда йөрөгән сағында, Ғайса янына баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар килеп:

28– Быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Быларҙы башҡарырға кем Һиңә вәкәләт бирҙе? – тип һораны.

29– Мин һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. 30Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме? Яуап бирегеҙ әле Миңә!

31Тегеләр үҙ-ара:

– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ», – тип һораясаҡ;
32«Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр.

Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.

33Шуға күрә Ғайсаға:

– Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар.

– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

Copyright information for BakIBT2023