aЗәб 117:25-26.

‏ Mark 11:7-10

7Ишәкте Ғайса янына алып килеп, өҫ кейемдәрен уның өҫтөнә һалдылар. Ғайса ишәккә атланды. 8Кешеләрҙең күбеһе өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә яландағы ағастарҙың ботаҡтарын киҫеп һалды. 9 aАлдан барыусылар ҙа, Уның артынан килеүселәр ҙә:

– Һосанна!
Һосанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «Зинһар, ҡотҡар» тигәнде аңлата, Алланы данлау өсөн ҡулланыла.

Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!
10Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын!
Бейек күктәрҙә һосанна! –

тип ҡысҡырҙылар.

Copyright information for BakIBT2023