bЗәб 117:22-23.

‏ Mark 12:1-12

Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса

(Маҫ 21:33-46; Лк 20:9-19)

1 aҒайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы:

– Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән.
2Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырыр өсөн, хеҙмәтсеһен ебәргән. 3Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене тотоп туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарған. 4Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә быныһының башын йәрәхәтләгәндәр, мыҫҡыл иткәндәр. 5Тағы береһен ебәргән – уныһын үлтергәндәр. Ул ебәргән башҡалар менән дә шулай эшләгәндәр: ҡайһыһын туҡмағандар, ҡайһыһын үлтергәндәр. 6Хужа ахыр сиктә: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, ғәзиз улын ебәргән. 7Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. 8Уны тотоп үлтергәндәр ҙә йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып ташлағандар.

9Инде баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул, килеп, йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. 10 bИзге Яҙмала:

«Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
11Был Раббы тарафынан эшләнде –
күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», –

тигәнде лә уҡыманығыҙмы әллә?

12Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып, китеп барҙылар.

Copyright information for BakIBT2023