Mark 12:13-17
Ҡайсарҙыҡы – ҡайсарға,
Алланыҡы – Аллаға
(Маҫ 22:15-22; Лк 20:20-26)
13Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Һируд батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр. 14Улар килеп: – Остаз, Һинең тура һүҙле булыуыңды һәм бер кемдән дә ҡурҡмауыңды беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға ▼▼ Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе.
һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр. 15Уларҙың ике йөҙлөлөгөн белеп, Ғайса: – Һеҙ ниңә Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? Миңә динар алып килеп күрһәтегеҙ әле! – тине. 16Уға динар бирҙеләр. Ғайса уларҙан: – Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны. – Ҡайсарҙыҡы, – тине тегеләр. 17– Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Ғайсаның яуабына уларҙың һушы китте.
Copyright information for
BakIBT2023