Mark 12:18-27
Үленән терелеү хаҡында һорау
(Маҫ 22:23-33; Лк 20:27-40)
18Саддукейҙар ▼▼ Саддукейҙар – боронғо йәһүдтәрҙең дини төркөмө.
үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре, Ғайса янына килеп, һорау бирҙеләр: 19 b– Остаз, Муса ҡанунда беҙгә: «Әгәр ҙә берәүҙең туғаны балаһы булмайынса үлеп китеп, ҡатыны яңғыҙ ҡалһа, башҡа туғаны был тол ҡатынды алһын, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. 20Ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән һәм нәҫел ҡалдырмайынса үлеп киткән. 21Уның ҡатынына икенсе туғаны өйләнгән һәм ул да бала күрмәйенсә үлгән. Өсөнсөһө менән дә тап шулай булған. 22Ете бер туғандың береһе лә нәҫел ҡалдыра алмаған. Бөтәһенән аҙаҡ ҡатын да вафат булған. 23Үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит! 24– Яңылышаһығыҙ, – тине уларға Ғайса. – Беләһегеҙме ни өсөн? Сөнки һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ. 25Үлгәндәр терелгәс, өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. Улар күктәге фәрештәләр кеүек булыр. 26 cӘ үлгәндәрҙең терелеүенә килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 27Алла – үлеләрҙең түгел, тереләрҙең Аллаһы. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ.
Copyright information for
BakIBT2023