Mark 12:35-37
Мәсих кемдең Улы?
(Маҫ 22:41-46; Лк 20:41-44)
35Ул, Алла йортонда аң-белем биреүен дауам итеп, былай тип һораны: – Ни өсөн ҡанун белгестәре Мәсихте Дауыт Улы тип әйтә? 36 aИзге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк: «Раббы Хакимыма әйтте:„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“», –
тигән бит. 37Дауыт үҙе Мәсихте Хакимым тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек Дауыттың Улы була ала?
Ике йөҙлөлөктән киҫәтеү
(Маҫ 23:1-7; Лк 11:43-46; 20:45-47)
Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы.
Copyright information for
BakIBT2023