‏ Mark 12:41-44

Ярлы тол ҡатындың саҙаҡаһы

(Лк 21:1-4)

41Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды. 42Бына ярлы ғына бер тол ҡатын килеп, ике ваҡ аҡса (бер кодрант
Кодрант – римлыларҙың аҡса берәмеге. 64 кодрант бер динарға тигеҙ булған.
) һалды.

43Ғайса, шәкерттәрен саҡырып, уларға:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды.
44Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанды һалды, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн кәрәк булғанын һалды, – тине.

Copyright information for BakIBT2023