‏ Mark 13:1-20

Ахырызаман билдәләре

(Маҫ 24:1-22; Лк 21:5-24)

1Ғайса Алла йортонан сығып барғанда, шәкерттәренең береһе:

– Остаз! Ҡара әле, ниндәй таштар, ниндәй күркәм биналар! – тип өндәште.

2– Бына был мөһабәт биналарҙы күрәһеңме? – тине Ғайса. – Улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.

3Ул Зәйтүн тауында, Алла йорто ҡаршыһында ултырған саҡта, Петрус, Яҡуп, Яхъя, Әндриас Уның менән айырым ғына ҡалғас:

4– Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Уларҙың тиҙҙән ғәмәлгә ашасағын ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.

5Ғайса һөйләй башланы:

– Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!
6Күптәр: «Мин – Улмын», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. 7Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел. 8Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән ер тетрәп торор, аслыҡ та булыр. Былар – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башы ғына.

9Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар. 10Әммә уға тиклем бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш. 11Һеҙҙе хөкөмгә алып барғанда, нимә һөйләргә, тип алдан борсолмағыҙ: шул мәлдә телегеҙгә ни бирелһә, шуны һөйләгеҙ. Сөнки һеҙ түгел, һеҙҙең урынға Изге Рух һөйләр.

12 aТуған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 13Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.

14 bӘ инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 15Өй ҡыйығында булғандар, берәй нәмә алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен; 16баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 17Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы! 18Былар ҡышҡа тап килмәһен, тип доға ҡылығыҙ. 19 cСөнки ул көндәрҙә, Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ афәт килер. 20Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты.

Copyright information for BakIBT2023