‏ Mark 13:21-31

21Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки: «Ул ана унда!» – тиһә, ышанмағыҙ! 22Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 23Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем.

Әҙәм Улының килеүе

(Маҫ 24:27-31; Лк 21:25-28)

24 aЛәкин ул көндәрҙә, афәттән һуң,

«ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ,
25күктән йондоҙҙар ҡойолор,
күк көстәре тетрәр».

26 bШул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр. 27Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.

Инжир ағасынан ғибрәт алыу

(Маҫ 24:32-35; Лк 21:29-33)

28Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәй яҡынлашҡанын беләһегеҙ. 29Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәндә, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ. 30Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр. 31 cКүк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.

Copyright information for BakIBT2023