‏ Mark 14:12-16

Ҡотҡарылыу байрамы ашы

(Маҫ 26:17-30; Лк 22:7-23)

12 aСөсө икмәк байрамының Ҡотҡарылыу байрамы
Ҡотҡарылыу байрамында йәһүдтәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуы хәтергә алына. Грек телендә был байрам «Пасха» тип атала.
бәрәсе салынған тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайсанан:

– Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа ашағың килә? Беҙ барып әҙерләйек, – тип һоранылар.

13– Ҡалаға барығыҙ, – тине Ул ике шәкертенә. – Унда һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар, шуның артынан эйәрегеҙ. 14Ул ингән өйҙөң хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“– тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 15Ул һеҙгә өҫкө ҡатта йыһазландырылған, әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, беҙгә ашты шунда яраштырығыҙ.

16Шәкерттәр ҡалаға китте һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашы әҙерләне.

Copyright information for BakIBT2023