‏ Mark 14:17-25

17Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән килде. 18Ашап ултырғанда Ул:

– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.

19Шәкерттәре, хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы:

– Мин түгелдер бит? – тип һорай башланы.

20Ғайса уларға былай яуап бирҙе:

– Ул ун икегеҙҙең береһе – икмәген Минең менән бер һауытҡа манып ашаусы.
21Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.

22Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште.

– Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.

23Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте.

24 a– Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 25Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса.

Copyright information for BakIBT2023