Mark 14:32-42
Ғайсаның Геҫшемани баҡсаһында доға ҡылыуы
(Маҫ 26:36-46; Лк 22:39-46)
32Улар Геҫшемани тигән урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә: – Мин доға ҡылғансы, һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, – тине. 33Ул Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алды. Уны дәһшәт һәм хәүеф солғап алды. 34Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ. Уяу булығыҙ! 35Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән ятып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Мине урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы: 36– Абба ▼▼ Абба – арами телендә «Атай» тигән мәғәнәлә.
, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәрсе! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын. 37Ғайса, әйләнеп килеп, уларҙың йоҡлап ятҡанын күрҙе. – Шимғон, йоҡлап ятаһыңмы? Бер генә сәғәт тә уяу ултыра алманыңмы ни? – тине Ул Петрусҡа. – 38Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ! 39Ғайса тағы ситкә китте, шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп, доға ҡылды. 40Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне. 41Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк. 42Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.
Copyright information for
BakIBT2023