Mark 14:43-50
Ғайсаны ҡулға алыу
(Маҫ 26:47-56; Лк 22:47-50; Ях 18:3-11)
43Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар ебәргән кешеләр бар ине. 44Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны. 45Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Остаз! – тип Уны үбеп алды. 46Ғайсаны шунда уҡ тотоп, һаҡ аҫтына алдылар. 47Ғайса эргәһендәгеләрҙең береһе ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө. 48– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? 49Көн һайын Алла йортонда арағыҙҙа булдым, аң-белем бирҙем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә әйҙә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса. 50Шул саҡ шәкерттәренең барыһы ла Уны ташлап ҡасып бөттө.
Copyright information for
BakIBT2023