Mark 14:43-72
Ғайсаны ҡулға алыу
(Маҫ 26:47-56; Лк 22:47-50; Ях 18:3-11)
43Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар ебәргән кешеләр бар ине. 44Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны. 45Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Остаз! – тип Уны үбеп алды. 46Ғайсаны шунда уҡ тотоп, һаҡ аҫтына алдылар. 47Ғайса эргәһендәгеләрҙең береһе ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө. 48– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? 49Көн һайын Алла йортонда арағыҙҙа булдым, аң-белем бирҙем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә әйҙә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса. 50Шул саҡ шәкерттәренең барыһы ла Уны ташлап ҡасып бөттө. 51Яланғас тәненә япма бөркәнгән бер егет Ғайса артынан эйәрҙе. Уны тотоп алдылар, 52ләкин ул, япмаһын тегеләрҙең ҡулында ҡалдырып, яланғас хәлдә ҡасып китте.Ғайса Юғары кәңәшмә алдында
(Маҫ 26:57-68; Лк 22:54-55, 63-71; Ях 18:12-13, 19-24)
53Ғайсаны иң баш ҡаһин алдына алып килделәр. Унда бөтә баш ҡаһиндар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 54Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы. 55Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы. 56Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне. 57Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп: 58– Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр. 59Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне. 60Шул мәлдә иң баш ҡаһин уртаға сығып Ғайсанан: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. 61Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш ҡаһин Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны. 62 a– Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ! 63Иң баш ҡаһин кейемен йыртып ебәрҙе: – Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? 64 bУның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта? Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште. 65Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан Уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе
(Маҫ 26:69-75; Лк 22:54-62; Ях 18:15-18, 25-27)
66Был ваҡытта Петрус аҫта, ихатала ине. Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, 67усаҡ янында йылынып ултырған Петрусты күреп, уға текләп ҡараны: – Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине. 68Әммә Петрус: – Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. 69Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға: – Был кеше – уларҙың береһе, – тине. 70Петрус тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға: – Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр. 71Ә Петрус: – Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. 72Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петрус, Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.
Copyright information for
BakIBT2023