‏ Mark 14:53-65

Ғайса Юғары кәңәшмә алдында

(Маҫ 26:57-68; Лк 22:54-55, 63-71; Ях 18:12-13, 19-24)

53Ғайсаны иң баш ҡаһин алдына алып килделәр. Унда бөтә баш ҡаһиндар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 54Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы. 55Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы. 56Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне. 57Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп:

58– Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.

59Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне.

60Шул мәлдә иң баш ҡаһин уртаға сығып Ғайсанан:

– Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны.

61Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш ҡаһин Унан тағы:

– Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны.

62 a– Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!

63Иң баш ҡаһин кейемен йыртып ебәрҙе:

– Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар?
64 bУның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта?

Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште.
65Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан Уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.

Copyright information for BakIBT2023