‏ Mark 14:66-72

Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе

(Маҫ 26:69-75; Лк 22:54-62; Ях 18:15-18, 25-27)

66Был ваҡытта Петрус аҫта, ихатала ине. Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, 67усаҡ янында йылынып ултырған Петрусты күреп, уға текләп ҡараны:

– Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине.

68Әммә Петрус:

– Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.

69Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға:

– Был кеше – уларҙың береһе, – тине.

70Петрус тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға:

– Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр.

71Ә Петрус:

– Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы.

72Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петрус, Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.

Copyright information for BakIBT2023