Mark 15:1-5
Ғайса Пилатос алдында
(Маҫ 27:1-2, 11-14; Лк 23:1-5; Ях 18:28-38)
1Иртән үк баш ҡаһиндар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар. 2– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилатос. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса. 3Баш ҡаһиндар Уны күп нәмәләрҙә ғәйепләне. 4Пилатос Унан тағы: – Бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. – Ҡара, нисек ғәйепләйҙәр Һине! 5Ләкин Ғайса яуап итеп бер ни ҙә өндәшмәне. Быға Пилатос бик ныҡ ғәжәпләнде.
Copyright information for
BakIBT2023