‏ Mark 15:16-20

Ғайсаны мыҫҡыллау

(Маҫ 27:27-31; Ях 19:2-3)

16Ғәскәриҙәр, Ғайсаны идарасы һарайының, йәғни преториумдың ихатаһына индереп, барлыҡ ғәскәрҙе шунда саҡырҙы. 17Улар, Ғайсаның өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж кейҙерҙеләр ҙә:

18– Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип сәләмләргә керештеләр.

19Уның башына таяҡ менән һуғып, өҫтөнә төкөрҙөләр, алдына тубыҡланып, Уға баш эйҙеләр. 20Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ҡуйы ҡыҙыл ябынсаны систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.

Copyright information for BakIBT2023