bЗәб 21:19.

‏ Mark 15:21-32

Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау

(Маҫ 27:32-34; Лк 23:26-31; Ях 19:17)

21Улар баҫыуҙан ҡайтып килгән Курене кешеһе Шимғонды – Искәндәр менән Руфостың атаһын – Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр. 22Ғайсаны Голгоҫа тип аталған урынға алып килделәр. Голгоҫа «Баш һөйәге урыны» тип тәржемә ителә. 23Уға мирра
Мирра – ауыртыуҙы баҫыу өсөн ҡулланылған, шифалы көскә эйә булған ыҫмала.
ҡатыш шарап бирҙеләр, ләкин Ул эсмәне.
24 bУнан һуң Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар һәм, кемгә нимә тейер, тип йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлештеләр.

25Уны ҡаҙаҡлағанда иртәнге сәғәт туғыҙ ине. 26Ғайсаның ғәйебен күрһәткән был яҙыуҙа «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 27 28Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына ҡаҙаҡланылар
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 28-се аят та бар: «Шулай Изге Яҙмала әйтелгәндәр ғәмәлгә ашты: „Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды“».
.

29Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп:

– Эй Һин, Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе!
30Үҙеңде Үҙең ҡотҡар, арҡысаҡтан төш! – тинеләр.

31Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән баш ҡаһиндар ҙа, Ғайсаны мыҫҡыллап, бер-береһенә:

– Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай.
32Мәсих, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр.

Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.

Copyright information for BakIBT2023