aЗәб 21:19.
Mark 15:24-32
24 aУнан һуң Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар һәм, кемгә нимә тейер, тип йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлештеләр. 25Уны ҡаҙаҡлағанда иртәнге сәғәт туғыҙ ине. 26Ғайсаның ғәйебен күрһәткән был яҙыуҙа «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. 27– 28Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына ҡаҙаҡланылар ▼▼ Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 28-се аят та бар: «Шулай Изге Яҙмала әйтелгәндәр ғәмәлгә ашты: „Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды“».
. 29Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп: – Эй Һин, Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе! 30Үҙеңде Үҙең ҡотҡар, арҡысаҡтан төш! – тинеләр. 31Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән баш ҡаһиндар ҙа, Ғайсаны мыҫҡыллап, бер-береһенә: – Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай. 32Мәсих, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр. Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.
Copyright information for
BakIBT2023