‏ Mark 15:33-41

Ғайсаның үлеме

(Маҫ 27:45-56; Лк 23:44-49; Ях 19:28-30)

33Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 34 aӘ сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән:

– Элои, Элои, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата.

35Бында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Уның һүҙҙәрен ишетеп:

– Ана, Ильясты саҡыра! – тиеште.
36Ә береһе, йүгереп килеп, һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе.

– Туҡтағыҙ! Әйҙә ҡарайыҡ: Ильяс Уны арҡысаҡтан төшөрөргә килерме икән? – тине.

37Ғайса көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә йән бирҙе. 38 bАлла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. 39Арҡысаҡ ҡаршыһында торған йөҙ башы, Ғайсаның шулай йән биреүен күргәс:

– Был Кеше ысынлап та Алла Улы булған икән! – тине.

40Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуп менән Йосестың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе ла бар ине. 41Ғайса Галилеяла булған саҡта, был ҡатындар Уға эйәреп йөрөгәйне һәм хеҙмәт иткәйне. Уның менән бергә Йәрүсәлимгә килгән күп кенә бүтән ҡатын-ҡыҙ ҙа унда ине.

Copyright information for BakIBT2023