Mark 15:6-15
Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү
(Маҫ 27:15-26; Лк 23:13-25; Ях 18:39–19:16)
6Пилатос байрам айҡанлы, халыҡ һорауы буйынса, бер тотҡондо азат итә торғайны. 7Ул саҡта ихтилал ваҡытында кеше үлтергән фетнәселәр төрмәгә ябылғайны. Тотҡондар араһында Бараббас тигән берәү бар ине. 8Халыҡ төркөмө, Пилатос янына килеп, уның ғәҙәттәгесә эш итеүен һорай башланы. 9– Һеҙ йәһүдтәр Батшаһын азат итеүемде теләйһегеҙме? – тип һораны Пилатос уларҙан, 10сөнки ул баш ҡаһиндарҙың Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине. 11Әммә баш ҡаһиндар, Ғайсаны түгел, Бараббасты азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. 12– Ә һеҙ йәһүдтәр Батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос йәнә. 13– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. 14– Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны Пилатос. Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! 15Пилатос, халыҡҡа ярарға тырышып, Бараббасты азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.
Copyright information for
BakIBT2023