‏ Mark 16:1-8

Ғайсаның терелеүе

(Маҫ 28:1-8; Лк 24:1-10; Ях 20:1-18)

1Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды. 2Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән, улар ҡәбер янына килде. 3Юлда бер-береһенә:

– Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән? – тиештеләр.

4Килеп еткәс, ҡараһалар – таш ситкә ауҙарылған. Ә ул таш бик ҙур ине. 5Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто.

6– Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын. 7Һеҙ Уның шәкерттәренә һәм Петрусҡа барып: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.

8Ҡатындар, ҡәбер эсенән сыҡҡас, аптырауҙан ҡалтырана-ҡалтырана тороп йүгерҙеләр, һис кемгә бер ни әйтмәнеләр, сөнки улар бик ныҡ ҡурҡҡайны
Иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа 9-20-се аяттар юҡ, әммә был аяттар элекке ваҡыттарҙан китаптың шикһеҙ өлөшө һанала.
.

Copyright information for BakIBT2023