‏ Mark 2:3-12

3Шул ваҡыт дүрт кеше Уға фалиж
Фалиж – руссаһы: паралич.
һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде.
4Халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар, Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, фалиж һуҡҡан кешене ятҡан түшәге менән шул тишектән төшөрҙөләр. 5Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:

– Улым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.

6Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә: 7«Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?» – тип уйланы.

8Ғайса шунда уҡ күңеле менән уларҙың уйын һиҙеп былай тине:

– Ниңә һеҙ шулай уйлайһығыҙ?
9Фалиж һуҡҡан кешегә: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – тип әйтеү еңелерәкме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме? 10Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының
«Әҙәм Улы» тип Ғайса Үҙен әйтә (ҡарағыҙ: «Даниил», 7:13).
ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар.

11Шунан Ғайса фалиж һуҡҡан кешегә өндәште:

– Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!

12Теге барыһының күҙ алдында йәһәт кенә торҙо ла, түшәген алып, сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап:

– Беҙҙең бындайҙы бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.

Copyright information for BakIBT2023