‏ Mark 3:1-6

Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу

(Маҫ 12:9-14; Лк 6:6-11)

1Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. 2Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләгән фарисейҙар, шәмбе көндө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар. 3Ғайса ҡулы ҡороған кешегә:

– Уртаға сығып баҫ! – тине.
4Ә тегеләрҙән:

– Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны.

Тегеләр өндәшмәне.
5Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә:

– Ҡулыңды һуҙ! – тине.

Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.
6Фарисейҙар ғибәҙәтхананан сыҡты ла Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләшә башланы.

Copyright information for BakIBT2023