Mark 3:13-19
Ғайсаның Үҙенә шәкерттәр һайлап алыуы
(Маҫ 10:2-4; Лк 6:14-16; Ғмл 1:13)
13Ғайса, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс, 14араларынан һәр ваҡыт янында булырлыҡ һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе халыҡ араһында тарата алырлыҡ ун икеһен һайлап алып, илселәр тип атаны. 15Уларға шулай уҡ ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе. 16Бына Ғайса тәғәйенләгән ун ике шәкерт: Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, 17Зәбәҙәйос улы Яҡуп һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Боанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны, 18Әндриас, Филиппус, Барҫоломай, Маҫҫайос, Томас, Алфай улы Яҡуп, Таддай, Көрәшсе Шимғон ▼▼ Көрәшсе Шимғон – был исем Шимғондың Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшкән йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы икәнлегенә ишара булыуы ихтимал.
19һәм аҙаҡ Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә Искариот.
Copyright information for
BakIBT2023