‏ Mark 3:31-35

Ғайсаның әсәһе һәм туғандары

(Маҫ 12:46-50; Лк 8:19-21)

31Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар. 32Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар:

– Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм һеңлеләрең» тигән һүҙҙәр ҙә бар.
көтә, – тинеләр.

33– Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп. 34Шунан эргә-тирәһендә ултырғандарға ҡарап былай тине:

– Бына былар – Минең әсәйем менән туғандарым!
35Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була.

Copyright information for BakIBT2023