Mark 4:1-20
Сәсеүсе хаҡында ҡисса
(Маҫ 13:1-9; Лк 8:4-8)
1Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләргә аң-белем бирә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 2Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләрҙе аңлатты: 3– Тыңлағыҙ, бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. 4Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөткән. 5Ҡайһы береһе тупрағы аҙ булған ташлы ергә төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, орлоҡ тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған. 7Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, шытып килгән үҫентеләрҙе баҫып киткәнлектән, улар башаҡланмаған. 8Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән. Орлоҡтар шытып, үҫеп киткән һәм утыҙлата, алтмышлата, йөҙләтә күберәк уңыш биргән. 9Ғайса былай тип өҫтәне: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе
(Маҫ 13:10-23; Лк 8:9-15)
10Үҙҙәре генә ҡалғас, Ғайсаның ун ике шәкерте менән башҡа эйәреүселәре Унан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны. 11– 12 a– Һеҙгә Алла Батшалығының сере асылған, тыштағыларға иһә ҡиссалар аша еткерелә. Шулай итеп улар: «Ҡарауын-ҡарап та, күрмәйҙәр,ишетеүен-ишетеп тә, аңламайҙар;
әгәр Аллаға табан боролһалар,
ярлыҡау алырҙар ине».
13– Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламанығыҙмы ни? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң? 14Сәсеүсе Алла һүҙен сәсә. 15Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә. 16Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 17әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, улар тиҙ үк сигенә. 18Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата: 19кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала, һәм ул уңыш бирмәй. 20Ә уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне шуны аңлата: кешеләр, һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.
Copyright information for
BakIBT2023