‏ Mark 4:1-9

Сәсеүсе хаҡында ҡисса

(Маҫ 13:1-9; Лк 8:4-8)

1Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләргә аң-белем бирә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 2Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләрҙе аңлатты:

3– Тыңлағыҙ, бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. 4Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөткән. 5Ҡайһы береһе тупрағы аҙ булған ташлы ергә төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, орлоҡ тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған. 7Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, шытып килгән үҫентеләрҙе баҫып киткәнлектән, улар башаҡланмаған. 8Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән. Орлоҡтар шытып, үҫеп киткән һәм утыҙлата, алтмышлата, йөҙләтә күберәк уңыш биргән.

9Ғайса былай тип өҫтәне:

– Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

Copyright information for BakIBT2023