‏ Mark 4:10-20

Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе

(Маҫ 13:10-23; Лк 8:9-15)

10Үҙҙәре генә ҡалғас, Ғайсаның ун ике шәкерте менән башҡа эйәреүселәре Унан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны.

11 12 a– Һеҙгә Алла Батшалығының сере асылған, тыштағыларға иһә ҡиссалар аша еткерелә. Шулай итеп улар:

«Ҡарауын-ҡарап та, күрмәйҙәр,
ишетеүен-ишетеп тә, аңламайҙар;
әгәр Аллаға табан боролһалар,
ярлыҡау алырҙар ине».

13– Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламанығыҙмы ни? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң? 14Сәсеүсе Алла һүҙен сәсә. 15Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә. 16Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 17әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, улар тиҙ үк сигенә. 18Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата: 19кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала, һәм ул уңыш бирмәй. 20Ә уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне шуны аңлата: кешеләр, һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.

Copyright information for BakIBT2023