Mark 4:21-25
Шәм хаҡында ҡисса
(Лк 8:16-18)
21Ғайса уларға былай тине: – Шәмде һауыт менән ҡаплар йәки һике аҫтына ҡуйыр өсөн индерәләрме ни? Шәмдәлгә ултыртып ҡуйыу өсөн түгелме? 22Фаш ителмәҫ йәшерен бер нәмә лә һәм асылмайынса ҡалыр һис бер сер ҙә юҡ. 23Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! 24Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер. 25Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.
Copyright information for
BakIBT2023