‏ Mark 5:1-20

Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу

(Маҫ 8:28-34; Лк 8:26-37)

1Улар Галилея күле аръяғындағы Гераса еренә килде. 2Ғайса кәмәнән төшөү менән, яуыз рух эйәләшкән бер кеше, ҡәбер мәмерйәләренән
Ҡәбер мәмерйәһе – ул дәүерҙә мәйеттәрҙе өңөп яһалған тау ҡыуышлыҡтарына ҡуя торған булғандар.
сығып, Уға ҡаршы килде.
3Был кеше ҡәберҙәр эсендә йәшәй һәм уны һис кем хатта сынйырҙар менән дә бәйләп тота алмай ине. 4Уны әллә нисәмә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулын бығаулап, сынйыр һалғандар, ә ул сынйырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уға көсө етмәгән. 5Ҡәбер мәмерйәләре араһында һәм тауҙарҙа бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө ҡысҡырып йөрөгән, үҙ-үҙен таш менән туҡмап яралар булған. 6Ул Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп, йүгереп килде лә аяғына йығылды.

7– Эй Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе.

8Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны.

9– Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса.

– Исемем Ғәскәр
Ғәскәр – грекса «легион». Был римлыларҙың 6000 яугирҙән торған иң ҙур хәрби төркөмө.
, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге
10һәм уларҙы был ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ялбарҙы.

11Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине.

12– Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялбарҙы ендәр.

13Ғайса рөхсәт иткәс, яуыз рухтар, кешенән сығып, сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты. 14Сусҡа ҡараусылар йүгереп йөрөп был хәбәрҙе ҡалала һәм ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр ни булғанын күрер өсөн 15Ғайса янына килделәр һәм, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. 16Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр уларға барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе. 17Шунан һуң улар Ғайсаның үҙҙәренең ерҙәренән китеүен ялбара башланы. 18Ғайса кәмәгә ултырған саҡта, ендән ҡотолған кеше Уның менән бергә барырға рөхсәт итеүен һораны. 19Әммә Ғайса риза булманы.

– Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса.

20Теге кеше китеп, Ғайсаның уға нимәләр эшләгәнлеген Ун Ҡалала
Ун Ҡала – грекса «Декаполис». Башлыса йәһүд булмаған халыҡтар йәшәгән үҙ аллы ҡалалар федерацияһы.
һөйләп йөрөнө. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды.

Copyright information for BakIBT2023