Mark 5:21-43
Һауыҡҡан ҡатын һәм терелгән ҡыҙ
(Маҫ 9:18-26; Лк 8:41-56)
21Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күмәк халыҡ йыйылды. Ул күл буйында саҡта, 22ғибәҙәтхана башлыҡтарынан булған Яйрос исемле кеше килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяғына йығылды: 23– Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығыр ҙа иҫән ҡалыр ине! – тип ялбарҙы. 24Ғайса уның менән китте. Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күмәк халыҡ эйәрҙе. 25Араларында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. 26Ул, бар мөлкәтен исрафлап бөтөп, мең ғазап сигеп, күп табиптарҙа дауаланып ҡараһа ла, бер файҙаһын да күрмәгән, хәле насарлана ғына барған. 27Ғайса хаҡында ишеткәс, ул халыҡ араһына инде лә, артынан килеп, ҡулы менән Уның кейеменә тейҙе. 28Эсенән генә: «Кейеменә бер ҡағылһам, һауығырмын», – тип уйлағайны. 29Ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны, ҡатын һауыҡҡанын тойҙо. 30Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын һиҙеп, халыҡҡа боролдо. – Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны Ул. 31– Кешеләрҙең Һине нисек ҡыҫырыҡлағанын күреп тораһың бит! Ни өсөн: «Миңә кем ҡағылды?» – тип һорайһың, – тине шәкерттәре. 32Әммә Ул, тирә-яғына ҡарап, Үҙенә ҡағылған кешене эҙләй ине. 33Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаның янына килде лә, аяғына йығылып, Уға дөрөҫөн һөйләп бирҙе. 34– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса. 35Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығы Яйростың өйөнән килеүселәр башлыҡҡа: – Ҡыҙың үлде. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға? – тинеләр. 36Әммә Ғайса был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа: – Ҡурҡма, бары ышан ғына! – тине. 37Ғайса Петрустан, Яҡуптан һәм Яҡуптың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне. 38Ғибәҙәтхана башлығының өйө янында Ғайса ығы-зығы килгән, сеңләп-сеңләп илашҡан кешеләрҙе күрҙе. 39– Һеҙ ниңә ығы-зығы киләһегеҙ, ниңә илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине Ғайса уларға, өйгә ингәс. 40Унан көлөргә тотондолар. Ғайса уларҙы сығарып ебәрҙе лә, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде. 41Баланың ҡулынан тотоп: – Талиҫа, кум! – тине. Бының тәржемәһе: «Ҡыҙыҡай, һиңә әйтәм, тор!» 42Ҡыҙыҡай шунда уҡ урынынан торҙо ла йөрөй башланы. Ул ун ике йәштәрҙә ине. Барыһы ла хайран ҡалды. 43Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты.
Copyright information for
BakIBT2023