Mark 6:14-29
Сумдырыусы Яхъяның үлеме
(Маҫ 14:1-12; Лк 9:7-9)
14Ул арала Ғайсаның исеме киң таралыу алды һәм Һируд батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәр: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – ти ине. 15Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне. 16Ә Һируд, быларҙы ишетеп: – Мин башын ҡырҡтырған Сумдырыусы Яхъя был! – тине. – Ул терелеп торған. 17– 18Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны, сөнки Һируд был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә туғаныңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне. 19Һирудиас, кенә тотоп, Яхъяны үлтерергә теләне, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки 20Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Һируд унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине. 21Әммә бына Һирудиас өсөн уңайлы көн килде. Һируд үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы. 22Шул ваҡыт Һирудиастың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Һирудҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға: – Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине. 23– Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте. 24Ҡыҙ әсәһе янына сыҡты: – Нимә һорайым икән? – тине. – Сумдырыусы Яхъяның башын һора, – тине әсәһе. 25Ҡыҙы шунда уҡ йәһәт кенә батша янына инде лә: – Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып, хәҙер үк миңә алып килеүеңде теләйем! – тине. 26Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы. 27Ул шунда уҡ ҡатилға Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Ҡатил, төрмәгә барып, Яхъяның башын ҡырҡты. 28Уны, ҡоштабаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирҙе, ә уныһы әсәһенә тапшырҙы. 29Яхъяның шәкерттәре, был хаҡта ишетеп, остаздарының кәүҙәһен килеп алдылар һәм ҡәбергә илтеп һалдылар.
Copyright information for
BakIBT2023