Mark 6:32-44
32Улар, кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә аулаҡ урынға китте. 33Шулай ҙа кешеләрҙең күбеһе, ҡуҙғалып киткәндәрен күреп, уларҙы таныны. Һөҙөмтәлә, эргә-тирәләге ҡалаларҙан килгән кешеләр улар бараһы урынға йүгерә-йүгерә алдан уҡ барып еттеләр. 34Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы. 35Ваҡыт һуң ине инде, шәкерттәре Ғайса янына килде: – Бында бит ҡола ялан, ваҡыт та һуң инде. 36Уларҙы ебәр, тирә-йүндәге утарҙарға, ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар. 37– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Шәкерттәр: – Уларҙы ашатыр өсөн үҙебеҙ барып ике йөҙ динарлыҡ ▼▼ Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән.
икмәк һатып алайыҡмы ни? – тип һораны. 38– Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул. – Биш икмәк менән ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс. 39Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо. 40Тегеләр йөҙәр, иллешәр кешелек төркөмдәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы. 41Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. 42 bБөтәһе лә туйғансы ашаны. 43Икмәк һыныҡтарын һәм ҡалған балыҡты ун ике кәрзингә тултырып алдылар. 44Ә ашаусыларҙан ирҙәр генә лә биш мең кеше ине.
Copyright information for
BakIBT2023