Mark 6:45-56
Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе
(Маҫ 14:22-33; Ях 6:16-21)
45Ул арала Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡтағы Бейт-Сайдаға бара торорға ҡушты, Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды. 46Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылыр өсөн тауға менде. 47Кис еткәндә кәмә – күл уртаһында, ә Ул яңғыҙы яр буйында ине. 48Шәкерттәрҙең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, Ғайса таң атып килгән мәлдә ▼▼ Таң атып килгән мәл – таңғы өс менән алты араһы.
күл өҫтөнән атлап улар янына китте. Уларҙы уҙып китергә теләгәйне, 49шәкерттәре, Уның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, өрәктер был, тип уйлап ҡысҡырып ебәрҙеләр. 50Уны күреп, барыһының да ҡото алынды. – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. 51Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шунда уҡ баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде. 52Улар икмәк менән булған хәлде лә аңламағайны – күңелдәре һаман ҡатып ҡалған ине. 53Күлде аша сығып, Геннисаретҡа еттеләр ҙә яр буйына килеп туҡтанылар. 54Кәмәнән төшөүҙәре булды, кешеләр Ғайсаны шунда уҡ танып та алды. 55Уның килеүен хәбәр итеп, бөтә әйләнә-тирәне йөрөп сыҡтылар. Шунан Ғайса туҡтаған урынға ауырыуҙарҙы түшәктәре менән алып килә башланылар. 56Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалыр булдылар. Унан һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Уға кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.
Copyright information for
BakIBT2023