‏ Mark 7:1-23

Ата-баба йолалары һәм Алла бойороғо

(Маҫ 15:1-20)

1Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар һәм ҡайһы бер ҡанун белгестәре Ғайса янына йыйылды. 2Улар Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йола буйынса йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне. 3Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын шартына килтереп йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине. 4Баҙарҙан ҡайтҡас та, тейешенсә йыуынмайынса ашамайҙар. Тағы күп ҡағиҙәләрҙе, мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибен дә теүәл үтәйҙәр.

5Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан:

– Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар.

6 aҒайса уларға:

– Ишағыяһ пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында бик дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса:

«Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә,
әммә күңелдәре Минән алыҫ.
7Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа:
улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».

8Алла бойороғон ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йолаларҙы үтәйһегеҙ. 9Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла бойороғон кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. – 10 b cМуса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тип әйткән бит. 11Ә һеҙ, әгәр ҙә кеше атаһына йәки әсәһенә: «Мин һиңә бирергә тейеш булғанды Аллаға ҡорбан, йәғни Аллаға бүләк, итеп вәғәҙә иттем», – тип әйтә икән, 12ул кешегә атаһы йәки әсәһе өсөн башҡа бер ни ҙә эшләмәһә лә ярай, тип өйрәтәһегеҙ. 13Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ.

14Ул халыҡты ҡабат янына саҡырып алып:

– Бөтәгеҙ ҙә Мине тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ!
15 16Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 16-сы аят та бар: «Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!»
, – тине.

17Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны.

18– Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы? 19Был нәмәләр уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булғанын белдерҙе.)

20 eУл һүҙен дауам итте:

– Кешенең эсенән нимә сыға, шул уны бысрата;
21яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү, 22зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға. 23Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде.

Copyright information for BakIBT2023