Mark 8:1-10
Дүрт мең кешене туйҙырыу
(Маҫ 15:32-39)
1Ул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылды, уларҙың ашар ризыҡтары юҡ ине. Ғайса шәкерттәрен саҡырып: 2– Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. 3Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине. 4– Бынау ҡола ялан ерҙә барыһын да туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алмаҡ кәрәк инде? – тип яуап бирҙе шәкерттәре. 5– Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – тип һораны Ғайса. – Ете, – тине улар. 6Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. 7Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты. 8Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы ете кәрзин итеп йыйып алдылар. 9Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. 10Үҙе шунда уҡ, шәкерттәре менән кәмәгә ултырып, Далмануҫа ерҙәренә китте.
Copyright information for
BakIBT2023