Mark 8:11-13
Фарисейҙарҙың билдә талап итеүе
(Маҫ 16:1-4)
11Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр. 12Ғайса ауыр көрһөндө: – Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөнгө быуынға илаһи билдә бирелмәйәсәк, – тине. 13Ғайса улар янынан китте, тағы кәмәгә ултырып, аръяҡҡа сыҡты.
Copyright information for
BakIBT2023