‏ Mark 8:14-21

Фарисейҙарҙың һәм Һирудтың әсеткеһе

(Маҫ 16:5-12)

14Шәкерттәр үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны, кәмәлә бер генә икмәктәре бар ине. 15Ғайса шәкерттәрен:

– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Һируд әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.

16Шәкерттәр үҙ-ара: «Икмәгебеҙ булмағанға шулай тип әйтәлер», – тип һөйләшә ине. 17Ғайса, быны белеп, уларға:

– Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман аңығыҙға барып етмәйме, бер нимә лә аңламайһығыҙмы? Күңелдәрегеҙ бөтөнләйгә ҡатып ҡалғанмы ни?
18Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни: 19Мин биш икмәкте биш мең кешегә бүлгеләп биргәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?

– Ун ике, – тинеләр Уға.

20– Ә инде ете икмәкте дүрт меңгә бүлгәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?

– Ете, – тип яуапланы тегеләр.

21– Әле һаман да аңламайһығыҙмы? – тине Ғайса.

Copyright information for BakIBT2023