Mark 8:27-29
Петрустың Ғайсаны Мәсих тип таныуы
(Маҫ 16:13-20; Лк 9:18-21)
27Ғайса шәкерттәре менән Филиппус Ҡайсареяһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға китте. Юлда барғанда Ул шәкерттәренән: – Кешеләр Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны. 28– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тип яуап ҡайтарҙылар. 29– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ғайса. – Һин – Мәсих, – тине Петрус.
Copyright information for
BakIBT2023