Mark 8:31-38
Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында әйтеүе
(Маҫ 16:21-23; Лк 9:22)
31Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерәсәге, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласағы һәм үлтереләсәге, ә өс көндән һуң тереләсәге тураһында аңлата башланы. 32Был хаҡта Ул асыҡтан-асыҡ һөйләне. Шул ваҡыт Петрус, Ғайсаны ситкәрәк алып китеп, Уға ҡаршы төштө. 33Әммә Ғайса шәкерттәренә боролоп ҡараны ла Петрусты: – Кит янымдан, Иблис! Һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тип тыйып ҡуйҙы. 34Шәкерттәрен һәм халыҡты саҡырып, Ғайса былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын ▼▼ Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Был яйланманы «тәре» тип тә атайҙар.
йөкмәп, Миңә эйәрһен. 35Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 36Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 37Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала? 38Иманһыҙ һәм гонаһлы был быуын алдында кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла, Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгәндә, ул кешенән оялыр. Mark 9:1
1– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ.
Copyright information for
BakIBT2023