‏ Mark 9:14-29

Ен эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу

(Маҫ 17:14-19; Лк 9:37-42)

14Бүтән шәкерттәр янына әйләнеп ҡайтҡас, бында күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙеләр. 15Ғайсаны күреү менән, бөтә халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр. 16Ғайса шәкерттәренән:

– Улар менән нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? – тип һораны.

17Халыҡ араһынан берәү:

– Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә яуыз рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте.
18Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла ергә бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырҙатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар, – тине.

19– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!

20Баланы алып килделәр. Ғайсаны күреү менән, яуыз рух малайҙың тәнен дер һелкетә башланы. Бала, ергә йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа тәгәрләй башланы. 21Ғайса малайҙың атаһынан:

– Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны.

– Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. –
22Яуыз рух, уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе!

23– «Ҡулыңдан килһә»? Был ни тигән һүҙ ул? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.

24Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе:

– Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!

25Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа:

– Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине.

26Яуыз рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине. 27Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты.

28Ғайса өйгә инде. Шәкерттәре Уның менән үҙҙәре генә ҡалғас:

– Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.

29– Бындай ендәрҙе бары тик доға менән
Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «…бары тик доға һәм ураҙа менән генә…» тиелгән.
генә ҡыуып сығарып була, бүтән төрлө юлы юҡ, – тине Ғайса.

Copyright information for BakIBT2023